Алты көн буйына урманда аҙашып йөрөгән кешенең хәлен күҙ алдына килтерәһегеҙме?
Американың Юта штатында йәшәгән 25 йәшлек егет дәүләт ҡурсаулығында таныш булмаған һуҡмаҡтан китеп, йүнәлештән яҙлыға. Үҙенең ҡайһы тирәлә икәнлеген аңлай алмағас, көнсығышҡа табан атларға ҡарар итә. Ҡулында телефондан һәм буш шешәнән башҡа бер нимәһе булмай.
Алты көн буйы шишмәнән һыу эсә, аслыҡ үҙенекен итә — бөжәктәр ашарға тура килә.
Ирҙең әйтеүенсә, себен-серәкәй, ҡуңғыҙҙар бик тәмһеҙ, аҙыраҡ попкорнды хәтерләтә. Ҡотҡарыу бригадаһы вертолетта баш өҫтөнән бер нисә тапҡыр осоп үтһә лә, улар егетте абайламай.
Сәйәхәтсе төшөнкөлөккә бирелмәй, һуҡмаҡ буйлап эҙләүселәр лагерына барып сыға. Ул был стрестан сығыу өсөн хәләл ефете менән Гавайға ял итергә китергә уйлай.