Өфөлә, һәр ваҡыттағыса, Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнөн киң ҡолас менән билдәләнеләр.
Ҡаланың бѳтә биҫтәләрендә лә триколорға бағышланған киң күләмдәге саралар ойошторолдо. М. Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял үҙәк паркында “Рәсәй флагы – беҙҙең ғорурлыҡ” тип аталған сағыу байрам булды. Унда ҡаланың Мәҙәниәт һарайы коллективы, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле концерт ҡуйҙы.
Был сараларҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашыуы республикабыҙ халҡында илһѳйәрлек рухының кѳслѳ булыуын күрһәтте.