23 – 31 августа "Татарстан киноһы аҙналығы" үтә. Унда "Әпипә" фильмы ла күрһәтеләсәк. Оҙонлоғо – 95 минут. Ул Татарстандың беренсе музыкаль комедияһы. Кинокартина мөхәббәт, гастролдәр, ғәҙеллек, ҡыйыулыҡ тураһында. Ул киң ҡатлам тамашасыға йүнәлтелгән. Сәнғәт белгестәре көлкөгә бай фильмды бөтә халыҡ яратып ҡарар тип ышана, сөнки унда кем-кем башҡорт егете Радик Юлъяҡшин үҙе төшкән!