Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 17:22

Халыҡтың һорауҙары күп

Кисә баш ҡаланың Ленин районында йәшәгән кешеләр ҙә “Управдом” форумына йыйылды.

Фото: “Башинформ”.
Фото: “Башинформ”.
Кисә баш ҡаланың Ленин районында йәшәгән кешеләр ҙә “Управдом” форумына йыйылды.

Уның эшендә идара итеүсе компаниялар, ТСЖ, күп фатирлы йорт советтары, республиканың башҡарма власть органдары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты. Осрашыуҙа ихаталарҙы төҙөкләндереү, подъездарҙы ремонтлау мәсьәләләре тикшерелде.
Ленин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәзизйән Әхмәтйәнов белдереүенсә, район биләмәһендә күп фатирлы 474 йорт бар, уларҙың 223-е барак тибында.
– Районда сифатһыҙ асфальт түшәлгән, парковка урындары булмаған, иҫкергән балалар майҙансыҡтары торған ихаталар бар әле. Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһында 24 ихата ҡатнаша. Әлегә асфальт юл ремонтланған, бордюрҙар ҡуйылған, яҡтыртыу бағаналары ултыртып сығылған. Яҡын арала урналар, эскәмйәләр, контейнер майҙансыҡтары ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ видеокүҙәтеү ҡуйыу мөмкинлеге бар, – тине ул. – Подъездарҙы ремонтлау программаһы буйынса 11 йорттоң 41 подъезы ремонтлана. Шулай уҡ газондарҙы кәртәләү эштәре башҡарыла. Затон биҫтәһендә “Тулҡын” скверын ремонтлау дауам итә.

Халыҡты идара итеүсе компаниялар эшмәкәрлеге, ремонтланған подъезд һәм ихаталарҙы һаҡлау, уларҙы боҙған вандалдарҙы тотоу һәм яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләләре борсой. Зыян килтереүселәрҙе асыҡлауҙа видеокүҙәтеү ярҙам итәсәк. Шуға күрә кешеләр уларҙы ихаталарына ҡуйыуҙы һораны.
Ҡайһы берәүҙәр участковыйҙар эше менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Икенселәр сүп-сарҙы тәғәйенләнмәгән урында ташлауға ялыу итте, кемдәрҙер канализация проблемалары тураһында әйтте.
Бар мөрәжәғәттәр теркәлде, улар яҡын арала ҡараласаҡ.

Читайте нас: