Кендек ҡаның ҡайҙа тамған?
Атайымдың өсөнсө һеңлеһе Фәүәдә апай 60-сы йылдар аҙағында Силәбелә ауыл хужалығы институтында уҡыған саҡта спорт көрәше менән шөғөлләнгән Ганя исемле егет менән таныша. Улар бер-береһен яратышып, өйләнешә. Уҡыуҙы тамамлағас, егетенең тыуған яғы – Яҡутияға йәшәргә юлланалар. Аҙаҡ беҙҙең яҡҡа һирәк ҡайттылар, ә туғандарҙың иһә уларға бөтөнләй барғаны булманы.
2011 йылда атайым вафат булғас, был ҡайғыны ауыр кисерҙем. Шул ваҡытта телевизорҙан “Аэрофлот” компанияһының акцияһы – тарифты кәметеүе тураһында иғлан ишетеп ҡалдым. Оҙаҡ уйламайынса, Яҡутиялағы туғандарға юлландым.
Яҡутск аэропортында Ганя еҙнәйем менән Фәүәдә апайым ҡаршы алды.
Туғандарҙың ҡала ситендә урынлашҡан ике ҡатлы ағас өйҙәренә килеп еттек. Был уларҙың дачаһы икән. Тирә-яҡты ҡарағайҙар уратып алған, ботаҡтарында тейендәр һикерешеп йөрөй. Ишек алдында мунсаның булмауы бик аптыратты. Тағы бер нәмәгә ғәжәпләндем: бында улар менән бергә ҡыҙҙарының күптән айырылышҡан ире лә йәшәй. Шул мәлдә үҙемде лә күҙ алдына килтерҙем. Миңә лә ҡатыным менән айырылышырға тура килде. Шул ваҡиғанан һуң балаларымды күрергә килгәс, ҡайнымдың: “Ниңә килдең? Хәҙер полиция саҡыртам!” – тип ҡысҡырғаны иҫемә төштө.
Табынға ултырҙыҡ. Ҡунаҡтың ҡыҙған мәлендә Ганя бабайым колбаса, сыр һалынған бер телем икмәкте һәм бер рюмка араҡыны алып, яғылған мейес янына килде. “Эй, рухтар, беҙҙең өйгә Ҙур ерҙән Ҙур ҡунаҡ килеп төштө. Ул ҡатынымдың иң өлкән ағаһының иң өлкән улы. Рухтар, уға бында оҡшаһын ине”, – тигән һүҙҙәрҙе әйтеп, ҡапҡасын асып, уларҙы мейес ауыҙына ырғытты. Фәүәдә апайым был ғөрөфтөң “Банзай” тип аталыуы тураһында һөйләне. Ҡунаҡтарҙы бында шулай ҡаршылайҙар икән. Яҡуттарҙа рухтарҙың Аллаһтан өҫтөн ҡуйылыуы мине аптыратты, әлбиттә.
Ял көндәренә Ҙур ерҙән килгән кешене – мине – бик күп туғандар күрергә килде. Уларҙан апайым менән еҙнәм тураһында тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишеттем: ниндәй көслө спортсы булыуҙары, тырышлыҡтары һәм хеҙмәт һөйөүсәнлектәре арҡаһында ныҡлы аяҡҡа баҫып китеүҙәре һәм башҡалар.
Яҡутия биләмәһе – дүрт Франция һыйырлыҡ. Халыҡтың тығыҙлығына килгәндә, 100 квадрат километрға бер кеше иҫәпләнә. Аҙыҡ-түлек магазиндарында яҡын сит илдәрҙең көньяҡ республикаларынан һатыусылар эшләй, күбеһендә экзотик емеш-еләк тәҡдим ителә.
Бер көн еҙнәм менән ҡалаға барғайныҡ, яңғыҙыма ғына ҡайтырға тура килде. “Автовокзал ҡайһы яҡта?” тигән һорауыма Ганя еҙнәй: “Тик көнсығышҡа табан бар!” – тип яуапланы. Ә беҙ бит үҙебеҙҙә урам исемдәре, иҫтәлекле урындар буйынса табабыҙ бараһы еребеҙҙе.
Бында йылылыҡ трассаларының ер өҫтөнә һалыныуы күҙгә ныҡ ташлана. Автомобиль юлы үткән ерҙәге был ҙур торбалар беҙҙәге ер өҫтөнән һалынған үткәүелде хәтерләтә. Ҡалалағы күп ҡатлы өйҙәр ҙур свайҙарҙа (таяуыстарҙа) тора, бина менән ер араһында – ҙур бушлыҡ.
Шәхси йорт төҙөгәндә нигеҙенә йылылыҡ изоляторы һалалар. Ҡалала ергә ҡаҙып ултыртылған декоратив йылылыҡ бағаналары ла осрай. Термодинамиканың боҙолоуы эҙемтәләрен аҙым һайын күрергә мөмкин. Тупраҡтың күпереп ятыуы, ер өҫтөндә һыуҙың килеп сығыуы шул турала һөйләй. Лена йылғаһы ташҡанда үҙәндәр ҡыйлана, һаҙлыҡтар барлыҡҡа килә.
Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа таныла. Яҡутияның Ленин урамында ағас барактар һаман тора. “Зимник” тураһында ла әйтеп үтке килә. Ул – беҙҙең баҙ. Уның бер яҡ стенаһы боҙ кирбестәрҙән һалынған. Туғандар итте (болан ите) шунда һаҡлай. 1,5 метрлыҡ 12 саталы болан мөгөҙө – ихатаның атрибуты, тип әйтергә мөмкин. 12 сата, тимәк, 12 йәшлек. Шулай уҡ ишек алдында һоро айыуҙың, чебукиҙың (ҡар тәкәһе) баш һөйәге һөлдәһен, ҡоймаларҙа болан тиреһен күрергә мөмкин.
Һыуҙы феләк менән ташып йә булмаһа боҙҙо иретеп эсәләр. Боҙҙо Граждандар һуғышында ҡулланылған штыклы совет винтовкаһы менән ярғылағандарын да күрҙем.
Республиканың төньяғында Лена йылғаһы ярҙарҙы йыуыу сәбәпле мамонт һөйәктәренең “ҡәберлеге” асыла.
Мәңгелек туңлыҡты өйрәнеү институтында булдыҡ. Унда 12 метр тәрәнлектә реконструкцияланған мамонт балаһы, мамонттың аҙау тештәренән эшләнгән һынын күрергә мөмкин. Мамонттың һуҡҡы тешенең өҫтөнлөгө нимәлә һуң? Ул филдекенә ҡарағанда күпкә ныҡлы. Яҡшы ҡырҡылыусы уникаль материал. Болан мөгөҙө кеүек ҡытыршы түгел.
Яҡуттарҙың боронғо халыҡ музыка ҡоралы булып ҡумыҙ һанала, уларса – хомус. Яҡут теле төрки телдәр төркөмөнә ҡарай, шунлыҡтан күп һүҙҙәрҙең тамыры башҡорттоҡона тап килә.
Тағы ла шаманлыҡ мине бик ҡыҙыҡһындырҙы. Шаманлыҡ бында ныҡ үҫешкән, әммә бер музей хеҙмәткәре әйтеүенсә, виртуоздар менән бергә алдаҡсылары ла етерлек икән.
Апайым бындағы тормоштоң өс баҫҡыслы булыуы тураһында бик етди төҫ менән һөйләгәс, мин уларҙың тормош-көнкүрешен саха кешеһе күҙлегенән аңларға тырыштым.
Бер ял көнөндә еҙнәм зоопаркка алып барҙы. Бында Себер урмандарын төйәк иткән кейектәр һәм хайуандар иҫте китәрҙе. Шуларҙың береһе – бүре-альбинос. Кире өйгә ҡайтҡанда, ике район сигендә урынлашҡан йорт янында рухтарға бүләк итеп таҫмалар, тәмәке, аҡса эленгән ағасты күрҙек. Ашарға туҡтаған саҡта еҙнәм тағы Банзай рухы хөрмәтенә тип ергә эсемлек ҡойҙо.
Һунарға сығыуҙы ла ойошторҙо Ганя еҙнәм. Беҙ унда һунар өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән “УАЗ”-да барҙыҡ. Һунарсы өйөндә стенала ат тиреһе ҡаҙаҡланған, ишек ауыҙында – һыу иретеп алыу өсөн ҙур боҙ киҫәге. Мейес бик ҡыҙыу яғылған. Хужалар сей итте һуҡҡылап, табаға һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойҙо. Шунан һуң “Банзай” церемонияһын үтәүҙе миңә тапшырҙылар. Һунар ваҡытында еҙнәм машинаның люгынан бер нисә тапҡыр атты, ә миңә тайгалағы һаҙлыҡта ҡалыу уйынан бер аҙға ҡурҡыныс та булып китте. Бәхеткә, бөтәһе лә яҡшы тамамланды. “УАЗ”-дың хужаһы ғына ҡәнәғәт булманы: Ул: “Һунар уңышлы булманы, моғайын, ҡунағыбыҙ “Банзай” ғөрөфөн дөрөҫ эшләмәгәндер”, – тине. Ә мине, Өфөгә ҡайтҡас та, оҙаҡ ваҡыт һунарҙағы хәл-ваҡиғалар төштәремә инеп хафаландырҙы.
Яҡуттарҙың атҡа табынғанлығын билдәләмәү мөмкин түгел. Яҡуттар аттан килеп сыҡҡан тигән легенда ла бар. Күрше йорттоң беседкаһы башында ат тояғының һыны эленгән хатта. Аттарға ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләмәйҙәр, улар тибендә йөрөй.
Статистика буйынса, Яҡутияла барлығы 150 мең ат иҫәпләнә, Алтайҙа – 150 мең, Башҡортостанда – 140 мең.
Бер ял көнөндә апайҙарға балалары ғаиләләре менән ҡайтты. Ихатала шашлыҡ бешерергә әҙерләнә башланылар. Бешмәгән болан итен шаҡмаҡлап туранылар ҙа касаға һалынған томат пастаһына төртөп ашарға ҡуштылар. Унан алда, һәр ваҡыттағыса, утҡа бер рюмка араҡы һиптеләр (рухты ҡәнәғәтләндерер өсөн). Шашлыҡ тигәнебеҙ уларса “индигирка” тип атала. Шулай уҡ сей балыҡтан да ризыҡ әҙерләнде.
Яҡут ауылдары бөтәһе лә рус исемле. Төрки телдәр ғаиләһенә ҡараһалар ҙа, улар христиан динен тота.
Бер көн ике ҡат тәҙрәле йөк “УАЗ”-ында еҙнәйем асыҡ һауала урынлашҡан музей комплексына алып барҙы. Боҙ ҡаплаған Лена йылғаһын үтеп, элекке диңгеҙселәрҙең караптары һүтентеләренән төҙөлгән форт-пост һәм бәләкәй генә сиркәү торған ҙур биләмәгә килеп сыҡтыҡ. Боронғолоҡтоң бер күренеше шулай һаҡланған. Музейҙан ҡайтҡан юлда Силәбе институтында бергә уҡыған, бергә көрәшкә йөрөгән дуҫына һуғылдыҡ. Уның ҡатыны Белоруссиянан. Һөйләшә торғас, уның тулыһынса яҡут кешеһенә әйләнгәнен аңланым.
Һыуҙа батмай торған бысаҡ
Яҡутияла таныш булмаған кешегә бирелә торған тәүге һорау: “Кендек ҡаның ҡайҙа тамған?” Миңә лә ошо һорау күп тапҡыр бирелде.
Бында кешегә мөнәсәбәт уның ҡайһы ерҙә тыуғанлығына ҡарап барлыҡҡа килә, сөнки, яҡуттарса, кендек ҡаны тамған ерҙең һулышы кешенең булмышына күсә. Һәр тәбиғи объект, шул иҫәптән кеше лә, тәбиғәт балаһы булараҡ, тыуған еренең сифаттарын үҙендә туплаған, ти улар. Мәҫәлән, үҙәктә йәшәгәндәр аралашыусан, киң ҡарашлы, һәр саҡ өйрәнелмәгәнде белергә ынтыла, бер нәмәнән дә ҡурҡмай, ә төпкөлдөкөләр иһә һәр нәмәне уйлап эшләй, тыйнаҡлығы һәм ипле булыуҙары менән айырыла, тип тә өҫтәй бындағы ерле халыҡ. Был күҙәтеүҙәр һәм һығымталар Тәбиғәттең тере йәнле, тәрән һулышлы булыуын бик ныҡ тойоуҙарына нигеҙләнә. Һулыш бөтә тереклекте булдырыусы, бар итеүсе, көс биреүсе, һауыҡтырыусы бер сығанаҡ булараҡ күҙаллана яҡуттарҙа. Дини-мифологик аңда һулыш көс биреүсе генә түгел, ә яңы тормош тыуҙырыусы ла.
Тәбиғәттә йәнһеҙ әйберҙәр йәнләнә, януарҙар кеше сифаттарын ала. Ваҡыттың да түбәһе, аяҡ-ҡулы бар. Тәбиғәт менән ваҡыттың бәйләнеше тураһында шундай йомаҡ бар яҡуттарҙа: таңда күҙен аса, ҡояш ҡалҡҡанда – ултыра, көн үҙәгендә дүрт аяҡҡа баҫа, төштән һуң өс аяҡҡа ҡала, ҡояш батҡанда күҙен йома. Бынан күренеүенсә, көн тыуа ла үлә һәм яңынан ҡабатлана. Оло кешенең ҡояшы – баш өҫтөндә, ә ҡарттыҡы көнбайышҡа ауған, ти яҡуттар.
Никахҡа ла етди ҡарайҙар, ул – Хоҙай ҡаршыһындағы изге бурыс һәм нәҫелде дауам иттереүсе ғәмәл. Яҡут мәҡәле: “Тунды йөнөнә ҡарап билдәләйҙәр, ә ҡатынды – иренә”. Ҡатын иренә буйһонорға, уның туғандарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итергә бурыслы. Ғаиләгә килгән ҡатын-ҡыҙ бик ҙур байлыҡ һанала. Әгәр уның ире үлһә, ҡатын ҡәйнешенә ҡала. Ҡан-ҡәрҙәшлек юғары баһалана. Шундай мәҡәлдәре лә бар: “Һыуҙа балыҡ үлмәҫ, туғанлы кеше юғалмаҫ”. Никахһыҙ тыуғандар, йәғни тыумалар, бик ныҡ ғәйепләнә. Был турала олонхоларҙы уҡып та белергә була.
Ыҡҡа килмәгән, ғөрөф-ғәҙәткә ҡаршы килгән, тәртип боҙғандар һәр заманда ла халыҡ тарафынан ҡабул ителмәгән, ҡәүемдән ҡыуылған, яңғыҙлыҡҡа һәм ғүмерлек нәфрәткә дусар ителгән.
Киләсәкте төҫмөрләү өсөн шамандар – Аллаларҙың ерҙәге хеҙмәткәрҙәре – ярҙамға килә. Үҙенсәлекле йыр-бейеү хәрәкәттәре яһап, ярҙамсы рухтар аша күктән мәғлүмәт алына. Үлем янаған осраҡты һиҙгән ваҡыттарында шамандар обрядты туҡтатыуы ла ихтимал, шәбәйерҙәйҙәренә ярҙам итә.
Өйгә ингәндә яҡуттар: “Тыныслыҡ теләйем был йортҡа”, – тип әйтә, ә яуапҡа “Инеүсегә лә шулай уҡ” тигәнде ишетә. Өй – изге урын. Был – торлаҡ ҡына түгел, ә ғәҙеллек, тәртип, кәңәшле мөхәббәт хөкөм һөргән үҙе бер донъя. Дуҫ һәм татыу йәшәгән туғандарыма, улар аралашҡан кешеләргә барғанда ла тойҙом мин уны.
Төньяҡ Себерҙә йәшәгәндәр болан тиреһен эшкәртеп, замшанан тегелгән ровдуганы өҫ кейеме итеп ҡулланһа, яҡуттар ағас эшкәртеү һәм семәрләүгә өҫтөнлөк бирә. Ағастан яһалған әйберҙәр: урындыҡ, ултырғыс, нәзәкәтле түңәрәк өҫтәл, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һаҡлау өсөн тартмалар – киң ҡулланыла.
Лена буйында һал-караптар төҙөү урыны ла бар. Оҫталар бер балта һәм сүкеш ярҙамында ябай ғына һал, бәләкәй карап һәм коч төҙөй алған. Бөгөнгө коч – йылға-диңгеҙҙә йөрөй алырлыҡ ҡеүәтле двигателле, заманса навигациялы ҡоролмалар ҡуйылған судно. Коч кипкән нәҙек ҡарағайҙан төҙөлә, шуға ла көслө боҙло тулҡындарға бирешмәй.
Яҡуттарҙың беҙҙәге һабантуй кеүек байрамдары бар. Ысыаах тормоштоң яңырышы, яҙ һәм йәй байрамы булараҡ билдәле. Ул июнь айында үткәрелә, күмәк йыр, бейеү, етеҙлеккә ярыштар, көрәш, ат сабышы, төрлө уйындар, ҡымыҙ менән һыйланыу – был байрамдың иң төп үҙенсәлектәре.
Ҡайтыр ваҡытта апайым миңә билдәле оҫта эшләгән бысаҡ бүләк итте. Уның һабы – ағас тамырынан, ҡыны – йәнлек ҡойроғонан. Һыуҙа батмай торған бысаҡ.