Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 10:07

Шүлгәнташты Рәсәй Юғары суды ла яҡлап сыҡты

Быйыл йыл башында “Шүлгәнташ” дәүләт биосфера ҡурсаулығы етәкселеге Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм дәүләт органдарының Шүлгәнташ мәмерйә системаһын мәҙәни мираҫ объекты һәм тарихи-мәҙәни ҡурсаулыҡ булараҡ билдәләгән ҡарарҙарын юҡҡа сығарыуҙы һорап судҡа мөржәғәт иткәйне.

Фото: "Башинформ".
Фото: "Башинформ".
Рәсәй Федерацияһының Юғары суды Шүлгәнташ мәмерйәһен һәм ундағы боронғо һүрәттәрҙе яҡлап сыҡты. Әгәр юғары инстанцияла Башҡортостандың Юғары суды ҡарары ғәмәлдә ҡалдырылһа, тәбиғәт ҡомартҡыһын ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү мөмкин булмаҫ ине.
Быйыл йыл башында “Шүлгәнташ” дәүләт биосфера ҡурсаулығы етәкселеге Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм дәүләт органдарының Шүлгәнташ мәмерйә системаһын мәҙәни мираҫ объекты һәм тарихи-мәҙәни ҡурсаулыҡ булараҡ билдәләгән ҡарарҙарын юҡҡа сығарыуҙы һорап судҡа мөржәғәт иткәйне.
Ҡурсаулыҡ директоры Михаил Косаревтың административ дәғүә ғаризаһын республика Юғары суды ҡәнәғәтләндерҙе һәм мәмерйәне һәм ундағы һүрәттәрҙе һаҡлау өсөн ҡабул ителгән норматив-хоҡуҡи акттарҙы ғәмәлдән сығарыу тураһына ҡарар ҡабул итте. Әммә бының менән Башҡортостан Хөкүмәте лә, мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау өсөн яуаплы башҡа дәүләт органдары ла ризалашманы һәм Рәсәй Юғары судына апелляция бирҙе. Юғары суд иһә Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлау кәрәклеген тағы бер ҡат раҫланы.
Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, Башҡортостан Юғары судының ҡарары Шүлгәнташты ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереүҙе тулыһынса инҡар итә ине. Рәсәй Юғары суды ҡарары буйынса Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм ундағы боронғо һүрәттәр компетентлы органдар яҡлауында ҡалдырылды. Шүлгәнташ – айырым бер ҡурсаулыҡтың килем сығанағы түгел, ул “Урал батыр ере”, тарихи-мәҙәни мираҫ объекты булараҡ беҙ мәмерйәне киләсәк быуын өсөн дә һаҡларға бурыслы.
Читайте нас: