Симферополдәге вокзал комплексында, шулай уҡ емерелә башлаған сәғәтле башняла реставрация Ҡырымға поездар йөрөшө башланғанға тиклем тамамланасаҡ.
Краснодар крайынан Ҡырымға күпер – Рәсәйҙә иң оҙон ҡорома. Уның оҙонлоғо 19 километр. Рәсәй Президенты Владимир Путин уның автомобилдәр йөрөй торған өлөшөн былтыр 15 майҙа асҡайны. Транспорт хәрәкәте иртәгәһенә асылды. Күперҙең тимер юллы өлөшөнән поездар йөрөшө быйыл декабрҙә башланасаҡ, тип күҙаллана.
“Бөтәһе лә сифатлы, күркәм итеп башҡарылған. Вокзал башняһы хәрәкәт асылыуға әҙер буласаҡ, тип ышанам”, – тине Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих.
Әйткәндәй, “Рәсәй 24” телеканалы Президент Владимир Путин менән тура бәйләнеш тураһында сюжет күрһәтәсәк. Унда Симферополдән 10 йәшлек малай Ҡырымдың баш ҡалаһындағы вокзал башняһын реставрациялауҙа ярҙам һорай. Ҡырым башлығы Сергей Аксенов мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтергә вәғәҙә биргәйне.