Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 11:40

Яңауылда “Башҡорт ихаталары” гөрләй

Быйыл республикала бер нисә ҙур программаға старт бирелде. Шуларҙың береһе – “Башҡорт ихаталары”. Республика бюджетынан 17 миллион 381 мең һум тап ошо эшкә йүнәлтелә. Яңауылда быйылғы эш планына өс ихата биләмәһе индерелгән, күп ҡатлы 12 йортто үҙ эсенә ала ул.

Яңы программа эшенән халыҡ ҡәнәғәт.


Быйыл республикала бер нисә ҙур программаға старт бирелде. Шуларҙың береһе – “Башҡорт ихаталары”. Республика бюджетынан 17 миллион 381 мең һум тап ошо эшкә йүнәлтелә. Яңауылда быйылғы эш планына өс ихата биләмәһе индерелгән, күп ҡатлы 12 йортто үҙ эсенә ала ул.


Ҡаланың Совет урамындағы ихата биләмәһендә эштәрҙең тамамлана барыуына шаһит булдыҡ.

– Эш планға ярашлы алып барыла, – ти ҡала коммуналь хужалыҡ идаралығының баш инженеры Наил Шараев. – Күреп тораһығыҙ, балаларҙың уйын майҙансыҡтары гөр килеп тора. Кескәйҙәр өсөн ҙур бүләк булды, тиктормаҫ малайҙар ҙа футбол майҙанынан ҡайтып инмәй. Бәүелсәк, ҡом менән уйнау урыны, үрмәләү өсөн баҫҡыстар, шыуғалаҡтар – барыһы ла бар. Һәр ерҙә – хәүефһеҙлекте, уңайлыҡты тәьмин иткән матур резина япмалар. Майҙансыҡтар заманса күркәм кәртәләр менән уратып алынған.


– Бындай матурлыҡты нисә көндә тыуҙырып була, Наил Валентинович?

– Нефтекаманың “Благоустройство №1” йәмғиәтенең подрядсы ойошмаһы ике аҙна эсендә файҙаланыуға тап­шырҙы. Эш сифаты яҡшы, зарланырлыҡ түгел.


– Күрше-күлән, бала-саға ҡәнәғәтме?

– Әлбиттә, проектты халыҡ ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Яңауылдар, ғөмүмән, тормош шарттарын яҡшыр­тыуға йүнәлтелгән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, әлегә “Башҡорт ихаталары” үтеп инмәгән урамдарҙың береһенә күҙ һалайыҡ.


Совет урамы буйлап өҫкә күтәрелгән һайын подъезд төптәрендә ыҡсым, уңайлы эскәмйәләр ултырғанын, белдереүҙәр өсөн махсус мәғлүмәттәр стенды эленеүен, йорт алдарының гөл-сәскә диңгеҙенә күмелеүен күреп, һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы. Яңа­уылдар ихаталарҙы тәртипкә килтереү эшен күптән башлаған булып сыҡты.


Подъездарҙы ремонтлау эше лә йылдам бара. Быйыл барлығы 38 подъезд ремонтланырға тейеш. Эш тамамланған подъездарҙың береһенә инеп ҡарап сыҡтыҡ.


– Тәүге ҡат иҙәненә плитә түшәлде, яҡтыртҡыстар, почта йәшниктәре, тәҙрә­ләр алмаштырылды. Биш ҡатлы күп фатирлы йорттар яңырып, “йәшәреп” китте. Ремонт сифатына һүҙ тейҙерерлек түгел, – ти баш инженер. – Әле 15 подъезд төҙөкләндерелеп, файҙаланыуға тапшырылды.


Яңауыл районы.
Читайте нас: