2019 йылдың икенсе ярты йыллығына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында, алдан вәғәҙә иткәнсә, “Кем “Яҡтыкүл”гә барырға теләй?” акцияһы нигеҙендә юллама уйнаттыҡ. Сарала гәзиткә яҙылған 300-гә яҡын кеше ҡатнашты. Был юлы уңыш Ишембай районының Ҡыяуыҡ ауылынан гәзиттең тоғро дуҫы Ғәлиә Камалетдин ҡыҙы Шаһиәхмәтоваға йылмайҙы.
Ғәлиә Камалетдин ҡыҙы – ауылдың абруйлы ветераны. Ул Башҡорт дәүләт педагогия университетында физика-математика факультетын тамамлап, Йәнырыҫ мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған.
Ғәлиә Камалетдин ҡыҙы тормош иптәше Зәкәриә Нуриәхмәт улы менән дүрт балаға лайыҡлы тәрбиә биреп, уҡытып, ныҡлы тормош юлына аяҡ баҫтырғандар.
Улар “Башҡортостан” гәзитен 1955 йылдан бирле алдыра. Ғәлиә апайға 87 йәш. Оло булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙенең тормошон гәзитһеҙ күҙ алдына ла килтермәй.
Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзитен алдырыусылар иҫәбе буйынса Ишембай районы һуңғы йылдарҙа алдынғы урынды бер кемгә лә бирмәй.
Йәнырыҫ ауыл биләмәһендә лә оҙаҡ йылдар дауамында гәзит алдырған әүҙем уҡыусыларыбыҙ бар. “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре Йәнырыҫҡа барғанда тоғро уҡыусыларыбыҙ Зәйнәп Бикбаеваға, Рәмил Маннановҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Ошондай дуҫтарыбыҙ, гәзиткә яҙылыусыларыбыҙ киләсәктә лә артһын, ә беҙ уларҙы матур бүләктәр менән ҡыуандырып торорбоҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!