Бына тағы яңы хәбәр: уны бер йәш пар үҙенсә файҙаланырға булған –мөхәббәттәренең мәңгелек булыуын иҫбатларға теләп, күпер таянмаларының береһенә йоҙаҡ элгәндәр, ә асҡысын, тәбиғи, диңгеҙгә ырғытҡандар. Быны эшләү өсөн машиналарын хәрәкәт юлында туҡтатҡандар һәм хатта артына авария тамғаһы ҡуйғандар. Быныһы юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу булһа, йоҙаҡ элеү вандализм күренеше тип баһалана ала.
Күпергә йоҙаҡ элеү – ғашиҡтарҙың электән килгән йолаһы. Өфөлә лә ул Салауат баҡсаһындағы аҫылмалы күперҙә була торғайны. Тик был күренеш хәҙер бөттө тиерлек, сөнки мөхәбәтте йоҙаҡ ҡына һаҡлай алмауын аңланылар.