Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2019, 18:23

Һаҫыҡ еҫ, ҡомаҡтар...

“Беҙ нимә өсөн түләйбеҙ һуң? Тиҙҙән сүп-сарға күмеләсәкбеҙ. Һаҫыҡ еҫтән тонсоғабыҙ бит!"

Фото: kaknado.info
Фото: kaknado.info
Дүртөйлө ҡалаһы халҡы йорт алдарынан сүп-сарҙың ваҡытында сығарылмауын хәбәр итеп, антисанитария, һаҫыҡ еҫ булыуына, ҡомаҡтарҙың күбәйеүенә зарлана.
Улар “Дүртөйлөмелиоводстрой” төбәк операторының тәғәйен бурысын үтәмәүен, бер ниндәй эш алып бармауын белдереп, “ҡала урамдары бөгөн сүп-сарға күмелгән, йыйыштырылмай” тине.
Быға тиклем дә ҡала халҡы республика Башлығы хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән булған, әлбиттә, етешһеҙлектәр тиҙ арала юҡ ителгән. Әммә ваҡыт үткәс, был проблема тағы ҡалҡып сыҡҡан, сүп-сар өйөмө сығарылмай, кешеләр был хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшһә лә.
“Беҙ нимә өсөн түләйбеҙ һуң? Тиҙҙән сүп-сарға күмеләсәкбеҙ. Был эшкә тотонғанһығыҙ икән, намыҫ менән башҡарығыҙ, һаҫыҡ еҫ менән тонсоҡтормағыҙ”, – тип талап итә дүртөйлөләр.
Читайте нас: