Бөгөн иртәнге ваҡытта Волгоград өлкәһенең Новоаннинск районында теркәлгән ҡурҡыныс юл-транспорт ваҡиғаһында биш кеше һәләк булған.
Оло юлда “Hyundai Solaris” “Жирновск – Мәскәү” автобусы менән бәрелешә. Еңел автомобиль водителе юл ҡағиҙәһен инҡар итеп, ҡаршы һыҙатҡа сыға, һөҙөмтәлә үҙе, машиналағы ун йәшлек балаһы менән бер ҡатын урында уҡ йән бирә.
Бынан тыш, рейс автобусындағы пассажир ҡатын, уның 12 йәшлек ҡыҙы ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Тик, үкенескә ҡаршы, медиктар ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтһә лә, автобус пассажирҙарының да ғүмере өҙөлә.