Бөгөн Әбйәлил районында Магнитогорск – Ҡыҙыл юлында ҡот осҡос авария теркәлгән.
ВАЗ-2112 менән “Kia Sportage” бәрелешеп, йәш ғаилә пары һәләк булған.
Асыҡланыуынса, улар – Магнитогорскиҙан. Сит ил автомобиле водителе һәм пассажиры йәрәхәттәр алған.
Фажиғә урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй, хәл асыҡлана.