Йәмғиәт
24 Августа 2019, 06:40

Тәрбиәсе наркотик менән тотолған

Балалар баҡсаһында эшләй, үҙенең дә бәләкәй балаһы бар...

Фото: pbs.twimg.comФото: pbs.twimg.com
Фото: pbs.twimg.com
Егерме йәшлек балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе наркотик йәшергән ваҡытта тотолған. Был хәл Түбәнге Новгород ҡалаһында теркәлгән.
Тәрбиәсе был ҡара эш менән үҙе генә шөғөлләнмәгән, уның әхирәте лә бергә йөрөгән. Йәшәгән урындарын тикшергәндә, 200-ҙән ашыу наркотиклы пакет табылған.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатындарға 20 йылға ҡәҙәр төрмә янай. Икеһенең дә бәләкәй балалары булғанлыҡтан, улар әлегә йорт шарттарында тотҡонлоҡта.
Читайте нас