Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2019, 19:51

“Табиптар мине түлһеҙ тигәйне”

Әммә балам юҡ тип илап йөрөп булмай бит инде...

Фото артистың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото артистың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Бөгөн өс бала тәрбиәләгән һөйкөмлө әсәй, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдина – күңеле менән асыҡ ханым. Халыҡтың мөхәббәтенә йылынып йәшәгән бәхетле яҙмышлы ижад кешеһе ул.
“Беләһегеҙме, табиптар мине түлһеҙ тигәйне, – ти сәхнә йондоҙо. – Тәүге никахтан балабыҙ булманы. Балам юҡ тип илап йөрөп булмай бит инде. Бөтә көсөмдө эшкә һалырға ниәтләнем.
“Гәлсәр һандуғас” менән зыҡ ҡубабыҙ, унда ҡатнашҡандар барыһы ла үҙемдең балам кеүек тойолдо. Көтмәгәндә ауырға ҡалдым һәм 2008 йылда ҡыҙым тыуҙы. Әммә әсәлек бәхетен шунда уҡ аңламаным шикелле – бәләкәс кенә сабыйым менән тағы эшкә сумдым. Ә өс йылдан һуң улым донъяға килде. Бер нисә йылдан өсөнсө балам тыуҙы. Шулай итеп, эш, ижад үҙенән-үҙе икенсе планға күсте. Ҡатын-ҡыҙ өсөн әсәй булыуҙан да ҙур бәхет юҡтыр”.
Читайте нас