Йәмғиәт
24 Августа 2019, 18:56

Ҡунаҡсыл йорт

Туйғансы һыйланырға ла, аҡсаһын, алтынын алып ҡасырға ла була...

Фото: novosti-saratova.ruФото: novosti-saratova.ru
Фото: novosti-saratova.ru
Ейәнсура районының хоҡуҡ һаҡлау органдарына 66 йәшлек пенсионер карта иҫәбенән 130 мең һум аҡса урлауҙары тураһында хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, хаҡлы ялдағы ир картаһын енәйәтсегә үҙ ҡулдары менән биргән булған. Полиция хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында ваҡиға сәбәптәре асыҡланып, ғәйепләнеүсенең шәхесе билдәләнгән. Аҡса урлауҙа зыян күреүсенең танышы, элек төрмәлә ултырып сыҡҡан 30 йәшлек ир булыуы асыҡланған. Ул үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.
Пенсионер ғәйепләнеүсе менән йортонда араҡы эскән. Тик иҫерткес эсемлек бөткәс, йорт хужаһы йәш танышын магазинға араҡы артынан ебәрә. Картаһын да тоттора уға.
Магазиндан ҡайтҡас, 30 йәшлек ир пенсионерға картаһын кире бирмәй. Етмәһә, ҡунаҡсыл йорттан сығыр алдынан яуыз ниәтле егет пенсионерҙың алтын әйберҙәрен дә кеҫәһенә һалып ала.
Аҙаҡ ғәйепләнеүсе дүрт көн буйы пенсионерҙың карта иҫәбенән аҡса "һура", ә ювелир әйберҙәрҙе һатып, аҡсаға әйләндерә.
Читайте нас