Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2019, 15:51

Ут күршеләрҙә лә ут сыҡҡан

170 тоннаға яҡын бесән...

Фото Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан.
Фото Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сайтынан.
Татарстан ауылындағы складта сыҡҡан янғындан 170 тоннаға яҡын бесән ҡотҡарылды, тип хәбәр итәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Татарстан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.
“112 ашығыс ярҙам хеҙмәттәрен саҡырыуҙың берҙәм номерына Ютазы районының Бәйрәкә ауылындағы складта бесән яныуы тураһында хәбәр килде”, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.
Янғын һүндереүселәргә 500 квадрат метр майҙанда янғынды юҡҡа сығарыу өсөн ике сәғәттән ашыу ваҡыт кәрәк була. Уттан 170 тонна бесән ҡотҡарыла.
Читайте нас: