Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһынан һөйәркәһенә ҡайнар һыу һипкәне өсөн 36 йәшлек ир-ат закон алдында яуап бирәсәк, әле был ваҡиға буйынса тикшереү эше бара.
Асыҡланыуынса, 36 йәшлек ғәйепләнеүсе ир ҡатынды башҡаларҙан көнләшеүе сәбәпле ғауға сыға. Ул һөйәркәһенең өҫтөнә ҡайнар һыу һибә. Һөҙөмтәлә ханымдың сәләмәтлегенә еңелсә зыян килә.
Көнсөл иргә “Аңлы рәүештә һаулыҡҡа еңелсә зыян килтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әйтелеүенсә, көслө зат вәкиле үҙ ғәйебен танымаған. Енәйәт эше судҡа тапшырылған.