Йәмғиәт
25 Август 2019, 11:30

Алма туңдырабыҙ

Кисәге ялымда ошо эш менән булдым. Белмәһәгеҙ, әйҙәгеҙ, һеҙҙе лә өйрәтәм!

Автор фотолары.Автор фотолары.
Автор фотолары.
Быйыл алма ныҡ уңды. Бешеп тора, ергә тәгәрәп төшөп тора. Ашап туйылды, ҡайнатма ҡайнатылды.
Кисәге ялымда иһә уны туңдырыу өсөн әҙерләнем. Туңдырып һаҡлаған алма – ҡышҡыһын бәлеш өсөн бына тигән эслек!
Таҙалап йыуылған алмаларҙы турап, полиэтилен ҡапсыҡтарға бер бәлешлек итеп һалып туңдырабыҙ. Ҡышҡыһын сығарып, артыҡ ныҡ иретмәй, ҡоро табаға һалып, һыуы бөткәнсе талғын ғына утта тотабыҙ. Сама менән шәкәр ҡомо өҫтәһәң, алма бәлеше өсөн эслек әҙер!
Читайте нас