Йәмғиәт
25 Августа 2019, 11:09

Ҡатындың үҙен үлтереп, уның машинаһында һыпырта

Тупһаны аша атлап инеү менән ҡан эҙҙәренә, әхирәтенең үле кәүҙәһенә юлыға, йорт эсенең аҫты өҫкә килтерелгән...

Фото: i10.fotocdn.netФото: i10.fotocdn.net
Фото: i10.fotocdn.net
Санкт-Петербург ҡалаһында йома кис аяныслы ваҡиға теркәлгән: үҙ фатирында 58 йәшлек ҡатындың мәйете табылған.


Енәйәтсе ҡорбанын муйынынан салып, еңел автомобилен алып ҡасҡан. Әлегә уның кемлеге билдәһеҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдары эҙләү менән шөғөлләнә.


23 августа ҡатындың мәйетен әхирәте таба. Унда ошо фатирҙың асҡысы була. Яҡын дуҫының бәйләнешкә сыҡмағанына борсолоп килә ул. Тупһаны аша атлап инеү менән ҡан эҙҙәренә, унан әхирәтенең үле кәүҙәһенә юлыға, йорт эсенең аҫты өҫкә килтерелгән...


Үлгән ҡатын экскурсовод була. Күршеләре уның үтә баҫалҡы, тыныс холоҡло булыуын, теләһә ниндәй кешеләр менән сыуалмауын, тик туғандары, әхирәттәре менән генә аралашыуын билдәләй.


Әммә фажиғә булған кистә экскурсовод ҡатын янына яҡындарының береһе лә килмәй. Йорт алдындағы күҙәтеү камераларын тикшергәс, полиция хеҙмәткәрҙәре был фатирға таныш булмаған ирҙең ингәнен асыҡлай.


Яуыз ниәтле әҙәм ҡатынды үлтерә, фатирҙа нимәлер эҙләй, аҙаҡ кеҫә телефонын һалып ала, “Вольво” машинаһының асҡысын эләктереп, фажиғә урынынан һыпырта...
Читайте нас