Йәмғиәт
25 Августа 2019, 17:19

Королева Трампҡа зарлана

“Минең туғайыма күҙ һалығыҙ”, – тигән ул, йәне көйөп.

Фото: news.mail.ruФото: news.mail.ru
Фото: news.mail.ru
Бөйөк Британия һәм Австралия королеваһы Елизавета II Австралияның Премьер-министры Скотт Моррисонға зарланған.
Баҡһаң, Букингем һарайы алдындағы йәшел үләнде АҠШ Президенты Дональд Трамтың вертолеттары тапап-тәләфләп бөткән икән. Был хаҡта Sunday Times гәзите яҙа.
Хәл июндә үк, Трамтың Бөйөк Британияға дәүләт сәфәре барышында булған. АҠШ вертолеттары королева һарайы янында көнөнә икешәр тапҡыр төшкән, шуға ла газондар зыян күргән.


“Минең туғайыма күҙ һалығыҙ – ул боҙолған”, – тигән королева, күрәһең, йәне көйөп.

Әйткәндәй, Трамтың был сәфәре Британия халҡында ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙырғаны, меңдәрсә кешенең ҡаршы сыҡҡаны билдәле.
Читайте нас