Шәмбе төнгә ҡарай Мәскәү ҡалаһында таксист менән ҡулында бысағы булған иҫерек пассажир араһында ғауға сыға.
Тиргәшкәндән һуң асыулы водитель ҡапыл пистолет менән тегегә төбәп атып ебәрә. Был турала аяныслы ваҡиғаға шаһит ҡыҙ хәбәр иткән.
Ул смартфондағы ҡушымта аша такси саҡырта, машина килгәс, артҡы ултырғысҡа ултыра. Тик ҡуҙғалып китер алдынан ғына салонға бер иҫерек килеп инә лә алға "ҡунаҡлай”. Әлбиттә, был хәл водителгә оҡшамай.
Улар тиргәшә башлай, иҫерек пассажир водителде теләһә ни менән әрләй, кәмһетә, алама һүҙҙәр әйтә. Һөҙөмтәлә таксист уны һөйрәкләп тигәндәй машинанан сығара. Тик тынысланырға уйламаған иҫерек ир, бысаҡ сығарып, автомобиль кузовына төрткөләй башлай.
Ене ҡупҡан водитель күп уйлап тормай: травматик пистолетын сығара ла ҡурҡытыу өсөн тәүҙә һауаға ата. Әммә иҫерек тынысланмай, киреһенсә, таксистҡа бысаҡ менән ташлана. Шул саҡ водитель пистолеттан пассажирға төбәп ата. Иҫеректең эсе яралана.
Ваҡиға урынына тиҙ арала “Ашығыс ярҙам” машинаһы, полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Медиктар иҫеректе дауаханаға оҙата, ә полиция хеҙмәткәрҙәре, низағ сәбәптәрен асыҡлап, тикшереү эше башлаған.