Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Август 2019, 18:08

Йөрәк өшөткөс...

Бер юлы дүрт ир һәм ҡыҙ һәләк булған.

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Ҡыҙғаныс... Ай аҙағында юл-транспорт фажиғәләре сәбәпле байтаҡ ғүмерҙәр өҙөлдө. Бөгөн Сыуаш республикаһында ла ике автомобиль бәрелешеп, тағы биш кеше һәләк булған.
Мәғлүмәттәр буйынса, “Тойота” автомобиленең 23 йәшлек водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Лада” менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә ҡағиҙәне боҙған водитель һәм 27 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатыла, ә сит ил автомобилендәге ҡыҙ һәм “Лада”лағы дүрт ир һәләк була...
Юлда һаҡ булығыҙ, хөрмәтле водителдәр! Яҡындарығыҙҙың яҙмышы һеҙҙең ҡулда!
Читайте нас: