Юл ҡағиҙәләре ҡан менән яҙылған, тигәнде көндәлек ҡорбандар иҫкәртеп торһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл фажиғәләре һаны кәмемәй.
Кисә кис Өфө – Охлебинин юлының 16 километрында юл фажиғәһе теркәлгән, унда 29 йәшлек ир һәләк булған.
Асыҡланыуынса, Өфөлә йәшәүсе 39 йәшлек ҡатын “Mazda 3” автомобилендә китеп барғанда юл ситендәге йәйәүлене тапатҡан. Бәрелештән һуң машина кюветҡа төшөп киткән. Йәрәхәттәрҙән ир урында уҡ йән биргән.
Бер тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 14 автомобиль аварияһы теркәгән, 17 кеше йәрәхәтләнгән, өсәү һәләк булған. Юлдағылар имен йөрөһөн, юл ҡағиҙәләрен онотмаһын ине!