Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2019, 17:09

Алла Пугачева беренсе никах төнөндә...

Был турала уның тәүге ире Миколас Орбакас НТВ телеканалының “Миллионға сер” (“Секрет на миллион”) исемле тапшырыуында асыҡтан-асыҡ һөйләне.

Фото: newshots.ru.
Фото: newshots.ru.

Был турала уның тәүге ире Миколас Орбакас НТВ телеканалының “Миллионға сер” (“Секрет на миллион”) исемле тапшырыуында асыҡтан-асыҡ һөйләне.
Был ире менән йырсы 1969 йылдан алып 1973 йылғаса йәшәгән икән. Телетапшырыуҙы алып барыусы Лера Кудрявцеваның: “Беренсе никах төнөн нисек үткәрҙегеҙ?” тигән провокацион һорауына ҡаршы Орбакас былай тине: ”Беҙ бик арығайныҡ. Аҡсаны һанап торманыҡ, ләкин кафе ресторан түгел, киске сәғәт 11-ҙә үк ябылмай, шуға күрә туй иртәнгә хәтлем барҙы”.
– Иң ҡыҙығына килеп еткәс, аяҡ-ҡулдарҙың хәле лә ҡалмағандыр инде... – ти Кудрявцева.
– Эйе-эйе... – ти Орбакас. – Уның ҡасан ауырға ҡалырға тейешлеген дә беҙ планлаштырманыҡ, хоҙай нисек ҡушҡан, шуға риза булырға ҡарар иттек. Алла ауырға ҡалғас, тәүҙә малай буласаҡ тип хәбәр иттеләр. Шунан, малайҙар исеме эҙләргә тотондоҡ. Станислав тип ҡушырға булдыҡ. Әммә сабый ҡыҙ бала булып сыҡты. Мин быға шатландым ғына. Айырылышҡас, ҡыҙымдың минең менән йәшәүен теләгәйнем, сөнки Алла гастролдәрҙән ҡайтып инмәй. Әммә ул быға ҡаршы булды.
Читайте нас: