Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2019, 15:04

Һайлауға әҙерлек нисек бара?

Виталий Авериндың фекеренсә, төбәк етәкселәрен һайлағанда кандидаттарҙы муниципаль фильтр аша үткәреүҙе бөтөрөү шарт.

Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан.
Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан.

Башҡортостан Башлығын һайлауға әҙерлек тыныс бара, тигән фекер белдерҙе "Тауыш" һайлаусыларҙың хоҡуғын яҡлау хәрәкәте советы ағзаһы Виталий Аверин республика Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге менән осрашҡанда.
Виталий Авериндың фекеренсә, төбәк етәкселәрен һайлағанда кандидаттарҙы муниципаль фильтр аша үткәреүҙе бөтөрөү шарт. Был система һайлауҙа көнәркәшлекте, итриганы юҡҡа сығара, тип иҫәпләй ул.
"Тауыш" хәрәкәте Башҡортостан, Татарстан республикалары, Силәбе, Свердловск һәм Ҡурған өлкәләрендә эш сәфәрҙәре уҙғара.
"Был төбәктәрҙә ҙур һайлау кампаниялары үтә, Башҡортостан Рәсәйҙә субъекттар башлыҡтарын һайлаған 16 төбәктең береһе. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге менән осрашыу оҡшаны, улар көтөлмәгән һорауҙарға яуап бирә алды. Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү килеп сыҡты. Яуаптарҙы артабанғы эшебеҙҙә ҡулланасаҡбыҙ", – тине ул.
Читайте нас: