Юҡ, һүҙебеҙ сабып барған атты туҡтатып, янған йортҡа ингәндәре тураһында түгел. Ә ябай ғына ҡылығы менән бала ғүмерен ҡотҡарып ҡалған уҡытыусы тураһында.
Әгәр хәтерегеҙҙә булһа, бынан ике йыл элек Хабаровск крайының Нелькан ауылы янында ҙур булмаған пассажир самолеты һәләкәткә тараны. Бортта ике экипаж ағзаһы менән биш пассажир була. Боҙолоп, ауып төшкән самолетта өс йәшлек ҡыҙыҡайҙан башҡа бөтәһе лә һәләк булды. Ул ҡыҙ ни өсөн иҫән ҡалған беләһегеҙме? Ольга Лапоникова исемле уҡытыусы баланы үҙенең кәүҙәһе менән ҡаплай һәм бала тере ҡала.
Был хәлде әле юҡҡа ғына хәтергә төшөрмәнек. Яңыраҡ ҡына ил Президенты указы менән Ольганы үлгәндән һуң “Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән наградланылар. Ваҡыт үтһә лә, награда геройын тапты. Ысын уҡытыусы шундай булырға тейештер!