Иҫерек водитель полицейскийҙы автомобиль капотында йөрөткән.
Санкт-Петербург ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре полиция бүлеге янында иртәндән алып торған автомобиль хужаһының документтарын тикшермәксе була. Үтенескә яуап итеп, водитель газ педаленә баҫа һала, һөҙөмтәлә полицейский машина капотына барып менә.
Аҙаҡ ул ситкә һикерергә өлгөрә, ә тәртип боҙоусы, ғәйебен һиҙеп, тая. Иҫерек водителгә ике административ протокол төҙөлә. Баҡһаң, ул билдәле бизнесмендың улы икән.21 йәшлек Никита Гамзовтың был юлы ла һыуҙан ҡоро сығырға тырышыуы мөмкин.