Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2019, 21:07

Дамир Йосопов һуңлап ҡына оса башлаған

Экипаж командирына ни өсөн урау юл үтергә тура килә?

Фото: оk.ru
Фото: оk.ru
“Airbus А-321” самолетын дөрөҫ ергә ултыртып, 234 кешенең ғүмерен ҡотҡарған экипаждың командиры, Рәсәй Геройы Дамир Ҡасим улы Йосопов бала саҡтан уҡ ошо һөнәргә ынтыла.
Атаһы ла һауа судноһы экипажы командиры булған, ул Ми-8 вертолетында осҡан. Яҡын кешеһенең һөнәрен хөрмәт итеү, уның кеүек үк иреклекте тойоу теләге алып килә Дамир Ҡасим улын был юлға. Әммә ул урау була. Ни өсөн тигәндә, үҙен һау-сәләмәт кеүек тойһа ла, ҡаты талаптар ҡуйылған медицина комиссияһын үтә алмай, шуға ла хоҡуҡ тармағын һайларға тура килә. Һамар өлкәһенең Сызрань ҡалаһы хакимиәтендә 33 йәшкә тиклем юрист булып эшләй.
Ә шулай ҙа осоу хыялынан төңөлмәй Дамир Ҡасим улы. Һөҙөмтәлә 32 йәшендә Санкт-Петербург дәүләт граждандар авиацияһы университетының Боғоросландағы филиалына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай.
“Училищела “Ан-2”лә тәүге тапҡыр осҡанымды бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын. Үҙемдең самолет менән идара итеүемә ышанмай ҙа инем”, – тип һөйләгән пилот.

“Дамирҙы күптәр яҡшы белә. Бик ышаныслы, йомарт, ғәҙел кеше. Уға таянырға була. Йәғни – ысын мосолман”, – тип фекере менән уртаҡлаша элекке хеҙмәттәше Ринат Шәрәфетдинов.
Шулай итеп, Дамир Ҡасим улы 2013 йылдан “Урал авиалиниялары”нда эшләй башлай. Былтыр ул тағы ла өҫтәмә һөнәр ала – "Аэронавигация" йүнәлеше буйынса Авиацияның баш маршалы Б.П. Бугаев исемендәге Ульяновск граждандар авиацияһы институтын тамамлай. Һауа судноһы командиры итеп тәғәйенләнә.
Ҡатыны Натальяны ла самолетта осрата. Ул саҡта үҙе лә пассажир булып осҡан ваҡытта. Әле улар ике бала тәрбиәләй.
Читайте нас: