Республикала ужым культуралары уңышын йыйыу тамамланып бара. Барлыҡ арыш, бойҙай, тритикале майҙандарының 95 проценты алынған. Ә бына яҙғы культураларҙы йыйыу ҡыҙа. Әлегә барлыҡ сәсеүлектәрҙең өстән бер өлөшө бураларға һалынған. Йыйылған иген күләме буйынса Илеш, Саҡмағош, Стәрлетамаҡ райондары иң алда бара. Улар 73 – 81 мең тонна ашлыҡ йыйған.