Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2019, 22:23

Әрләш-талашһыҙ йәшәп булмай...

“Талон алыуҙы ла тейешле кимәлдә ойоштора алмайҙар, эпидемия ваҡыты түгел дәһә!”

Фото: Newsbash.ru
Фото: Newsbash.ru
Мәктәпкә әҙерлек һәм медицина тикшеренеүҙәренең ата-әсәне арытыуы ғәжәп түгел. Күмертау ҡалаһында электрокардиограмма үтеү өсөн генә лә сираттың һыу буйындай һуҙылыуы шаҡ ҡатырлыҡ.
Балалар дауаханаһы коридорында энә төшөрлөк тә урын юҡ. Башҡа поликлиникаларҙа хәл нисек икән?
“Талон алыуҙы ла тейешле кимәлдә ойоштора алмайҙар, эпидемия ваҡыты түгел дәһә”, – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә әсәләр.
Бындай хәлдәр, үкенескә ҡаршы, аҙ түгел. Яңыраҡ Салауат ҡалаһының балалар дауаханаһында табипҡа ҙур сират сәбәпле кешеләр саҡ һуғышып китмәне, тип яҙалар социаль селтәрҙә.
Читайте нас: