Башҡортостан
-27 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
27 Август 2019, 23:26
"33 йәшендә өләсәй булды"
– Әсәйем миңә йәш ярым булғанда үлгән. Атай икенсе ҡатынға өйләнде...
Фото Р. Нәбиевтең сәхифәһенән.
Омск ҡалаһында казарма емерелеп, ике аяҡһыҙ ҡалған Рөстәм Нәбиевтең ихтыяр көсө барыбыҙҙа һоҡланыу уята. Бөгөн әүҙем блогер, профессиональ спортсы егет социаль селтәрҙә үҙенең бала сағы, фажиғәнән һуң нисек аяҡҡа баҫҡаны, әлеге тормошо хаҡында йыш яҙа.
“Әсәйем миңә йәш ярым булғанда үлгән, – тип хәтирәләргә бирелгән ул. – Мине атайҙың апаһы – Рида инәй үҫтерҙе. Атай икенсегә өйләнде. Әммә ҡатынын бер ҙә үгәй әсәй тип әйтке килмәй. Ул – иң яҡын кешеләремдең береһе. Ауыр саҡтарҙа ул янымда булды.
Фажиғәнән һуң хәлем кескенә сабыйҙыҡы кеүек ине: ашарға, йыуынырға, яңынан кейенергә өйрәнергә тура килде. Алина (үгәй әсәһенең исеме) мине бөтә нәмәгә өйрәтте. Протезда йөрөргә лә. Беренсе еңеүҙәремде лә ул күрҙе. Уның ярҙамы менән тиҙ арала протез аяҡтарға баҫтым. Алина беҙҙе – атайҙың балаларын, ә беҙ уны яҡын итәбеҙ. 33 йәшендә өләсәй булды: тәүҙә ағайымдың ҡыҙы тыуҙы, унан һуң – беҙҙең Сафия”.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.