Атап әйткәндә, 2018 йылдың майынан сентябргә тиклем мәктәп биләмәһендә, Һамар, Ҡазан ҡалаларына ярыштарға барған ваҡытта тренер 10-сы класта уҡыған бер ҡыҙға бәйләнгән. Уның әшәке ҡылығы видеокамераға яҙылған. Кадрҙарҙы тикшергәс, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған.