Йәмғиәт
27 Августа 2019, 14:00

Педофилды эҙләйҙәр

Бынау һүрәттәге кешене осратҡанығыҙ юҡмы? Һаҡ булығыҙ, ул – педофил.

Бынау һүрәттәге кешене осратҡанығыҙ юҡмы? Һаҡ булығыҙ, ул – педофил. Был ир йораты Октябрьский ҡалаһында йәшәгән өс бәләкәй ҡыҙға ҡарата енси характерҙағы ҡылыҡ башҡарыуҙа ғәйепләнә. Был туралағы ориентировка ҡалалағы социаль селтәрҙәрҙә донъя күрҙе.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре белдереүенсә, был ир 12 йәше тулмаған ҡыҙҙарға енси ағзаһын күрһәткән.


Иргә яҡынса 40-50 йәш, мыҡты кәүҙәле, буйы 170-180 см, сәстәре ҡыҫҡа, сал төшкән. Енәйәт ҡылған мәлдә ул зәңгәр джинсы салбар һәм зәңгәр футболка, ҡара күн куртка, ҡара туфли кейгән.


“Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм тикшерелә. Был кешенең шәхесен асыҡлау бара”, – тинеләр Тәфтиш комитетында.

Әгәр берәйһе уның енәйәт ҡылғанын белһә йәки фоторобот буйынса уны таныһа, Октябрьский ҡалаһы буйынса полиция бүлегенә хәбәр итеүҙе һорайҙар.


Һаҡ булайыҡ, дуҫтар, айырыуса балаларҙы ошондай насар уйлы кешеләрҙән һаҡлайыҡ. Уларҙы яңғыҙын урамға сығармаҫҡа тырышығыҙ.


Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас