Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2019, 23:45

Салауат Сәғитовҡа ниндәй бурыс йөкмәтелде?

Ул ҙур тәжрибәһе нигеҙендә федераль кимәлгә сығарырлыҡ проекттарға башланғыс бирәсәк тигән ышаныс белдерелде.

Фото "Башинформ"дан алынды.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе бөгөн дөйөм йыйылышта яңы етәксе һайланы. Ул – Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке вице-премьеры, әле М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры бурысын атҡарған Салауат Сәғитов.
Йыйылышта ҡатнашҡандарҙың күбеһе уның кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе. Әлегә тиклем ойошманың Башҡортостан бүлексәһе рәйесе вазифаһын ярты йыл дауамында Вячеслав Аброщенко башҡарҙы. Уға тиклем, 2014 йылдан алып Камил Йыһаншин етәксе ине.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев, яңы рәйес һайлау менән бүлексәнең эше яңы һулыш алыр, тигән ышаныс белдерҙе. Ойошма алдында эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, яңы маршруттар асыу, белем биреү, мәғлүмәт, экспедиция эшмәкәрлеге алып барыу бурыстары тора.
Рус география йәмғиәте рәйесе Давид Тедеев белдереүенсә, ойошманың Башҡортостан бүлексәһе алдынғыларҙың береһе һанала, һәм яңы етәксегә, ҙур тәжрибәһенә таянып, федераль кимәлгә сығарырлыҡ проекттарға башланғыс бирергә тырышыр кәрәк.
“Быға тиклем алып барған эшмәкәрлегегеҙ ҙур маҡтауға лайыҡ. Тырышлығығыҙ өсөн рәхмәт, коллегалар, – тине Салауат Сәғитов. – Әлегә ҡәҙәр тормошҡа ашырылған проекттар менән бер рәттән, экспедиция һәм тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеген дә дауам итәсәкбеҙ. Беҙҙең университет – география уҡытыусыларын әҙерләгән берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу йәһәтенән ошо факультетҡа көс төшәсәк. Республиканы, тәбиғәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе киң танытыу, төбәк проекттарын күберәк тормошҡа ашырыу мөһим”.
Ойошманың уставына ярашлы, рәйес алты йылға һайлана. Урынбаҫар тип бер тауыштан Вячеслав Аброщенко һайланды.
Читайте нас