Полиция хеҙмәткәрҙәренә һуңғы ваҡытта нимә булған: Екатеринбургта яңыраҡ өсәү Ҡаҙағстандан килгән ҡыҙҙы көсләп, өлкәнең “дан”ын таратҡайны, әле Анапа ҡалаһынан тағы ла өс хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре волейболсыны көсләүҙә ғәйепләнә...
Пляж волейболы буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында булған 17 йәшлек ҡыҙ Анапа ҡалаһына уйынға килә. Спортсы дуҫ егете менән пляжда ял иткәндә, хоҡуҡ һаҡсылары уның егетен ҡыуып ебәрә. Ә ҡыҙҙы “йәмәғәт урынында үҙен әхлаҡи яҡтан тота белмәү”ҙә ғәйепләп, быны башҡаларҙан йәшереп ҡалыу өсөн, үҙҙәре менән енси мөнәсәбәткә инергә мәжбүр итә. Спорт карьераһының боҙолоуынан ҡурҡып 17 йәшлек ҡыҙ яуыз ниәтле ләрҙең тәҡдименә риза була. Тик һуңынан үҫмер был ваҡиға тураһында тренерға еткерә, ә уныһы полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырта.
Әле Анапа ҡалаһының 26 һәм 28 йәшлек полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ә хоҡуҡ һаҡсыларының өсөнсөһөнә ҡарата тикшереү эше асылған, ул аңлатыуынса, ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә инмәгән, ә йыраҡтан ғына күҙәтеп торған.