Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2019, 17:30

Юлдар менән ни булыр?

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда үткән оператив кәңәшмәлә тупраҡ юлдар төҙөү варианттары ҡаралды.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда үткән оператив кәңәшмәлә тупраҡ юлдар төҙөү варианттары ҡаралды.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров урындағы материалдарҙы һәм муниципалитеттың үҙ техникаһын файҙаланып төҙөгән саҡта эштәрҙең хаҡын нисек кәметеү мөмкинлеген тикшерергә ҡушты.


Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, бер километр юлды түшәү өсөн хаҡтар һәр районда төрлөсә. Мәҫәлән, үҙ карьерҙары булған Әбйәлил районында ул 510 мең һум тәшкил итһә, Бөрөлә, үҙ материалдары булмағас, 5 миллион һумдан ашыу. Тимәк, 10 миллион һум субсидия бүленһә, Көньяҡ Урал райондарында 20 километр юлды түшәй алһалар, үҙәк райондарҙа – ни бары 3 километр ғына.


Торлаҡ коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 18 райондың кәрәкле юл техникаһы бар, 37 районда – ҡайһы бер төрҙәре бар, һигеҙ районда бөтөнләй юҡ. Муниципалитеттарҙы кәрәкле машиналар менән тәьмин итеү өсөн булған 549 берәмек техника янына тағы 431-ҙе алырға кәрәк.


Төбәк етәксеһе республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына карьерҙар буйынса райондарҙың нисек эшләүе буйынса мәғлүмәт бирергә ҡушты. Кемдә карьер бар һәм ул файҙаланыла, кемдә булып та файҙаланылмай һәм ҡайҙа улар бөтөнләй юҡ. Башҡа ведомстволарға ла үҙ өлкәләре буйынса тейешле барлау үткәрергә ҡушылды. “Техника алыуҙың иҡтисади һөҙөмтәһен иҫәпләргә кәрәк.


Бында хакимиәт башлыҡтары фекере лә иҫәпкә алынырға тейеш, сөнки бының менән уларға эшләргә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.


2025 йылға тиклем республикала 3,5 мең километр биләмә-ара юлдар һәм 7,8 километр ваҡ таш түшәлгән урам юлдары төҙөү планлаштырыла. Быйыл республика бюджетынан 1,8 мең километр юлға таш түшәү өсөн 630 миллион һум аҡса бүленәсәк.


Фото: nst-raduga.ru
Читайте нас: