Башҡортостан
-22 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
28 Август 2019, 12:21
30 йәштә пенсияға сығып буламы? Аҡсаң булһа, була икән...
Дағстандағы бер ауыл хакимиәтендә эшләп йөрөгән чиновник үҙенең ысын йәшенә тағы 34 йәш өҫтәп, хаҡлы ялға “сыҡҡан”.
Дағстандағы бер ауыл хакимиәтендә эшләп йөрөгән чиновник үҙенең ысын йәшенә тағы 34 йәш өҫтәп, хаҡлы ялға “сыҡҡан”. Ялған хеҙмәт кенәгәһенән күренеүенсә, ул ғүмер буйы урындағы колхозда намыҫлы тир түккән. Шул рәүешле ул эш хаҡы ла, пенсия ла алып ятҡан.
Рәсәй Пенсия фонды белдереүенсә, 30 йәшлек Мөслим Мәхмүтов ише ялған пенсионерҙар был төбәктә берәү генә булмауы асыҡланған. Аҡсалы чиновниктарға ялған документтар эшләтеү бер ни тормай.
1989 йылғы егеттең нисек 1955 йылда тыуған кешегә әйләнеүен әлеге көндә полиция тикшерә. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә тигәнде, аҡса тип күҙе тонған ҡай берәүҙәр аңлап етмәй шул.
Фото: 365news.biz
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.