Уларҙың бөтәһе лә – Күмертауҙан. Алтыһы ла кешеләрҙе мәжбүр итеп, көслөк менән талағаны өсөн, енәйәттәрҙә ҡатнашыу дәрәжәһенә ҡарап, яза алды. Өҫтәүенә уларҙың ҡорал һәм шартлатыусы матдәләр һаҡлағаны асыҡланды.
Атап әйткәндә, алты ир 2017 йылдың сентябренән ноябренә тиклем ҡала кешеләренән 150 мең һум аҡса талап алған. Кем ҡаршылаша – туҡмағандар.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар уларҙың йортонда пистолеттар, кастет, бейсбол таяғы тапҡан. Енәйәтселәр хәҙер холоҡ төҙәтеү колонияларында.