Йәмғиәт
28 Августа 2019, 09:37

Балалар майҙансығында... маньяк?

Бер нисә көн буйына аҡ сәсле ир балаларға "һунар" иткән.

Фото:mk.ruФото:mk.ru
Фото:mk.ru

Мәскәү өлкәһендә бәләкәй балаларҙы ҡыуаҡ араһына алып китергә йыйынған бер ирҙе тотҡандар. Аҡ сәсле таныш булмаған ир кешене иғтибарлы ата-әсәләр тоторға ярҙам иткән. Урта Азиянан килгән маньяк, ата-әсәләре яҡында йөрөүгә ҡарамаҫтан, балаларға бәйләнеп, улар менән һөйләшергә тырышҡан.
Воскресенское ауылы биләмәһе халҡы белдереүенсә, бер нисә көн буйына аҡ сәсле ир балаларға "һунар" иткән. Ошо ауылда йәшәүселәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, өләсәһе артынан самокатта йөрөгән биш йәшлек ҡыҙҙы тотоп алып, ҡыуаҡ артына индерергә уйлаған. Әммә йәш бала ҡысҡырып ебәрә, ир йәшенеп өлгөрә. Бынан тыш ошо уҡ ир автобус тукталышында автобус көткән мәктәп уҡыусыһының аяҡтарын тотоп маташҡан. Был районда йәшәүселәр Азиянан килгән ирҙе йыш ҡына балалар майҙансығына килеп, балаларҙы күҙәтеп тороуын да хәбәр итә. Әлбиттә, хафаланған ата-әсәләр сәйер ирҙе фотоға төшөрөп, ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткәндәр.
Полиция хеҙмәткәрҙәре 58 йәшлек ирҙе ҡулға алған, әле уның сәйер ҡылығы тикшерелә. "Һаҡланғанды һаҡлармын", тип халыҡ бушҡа әйтмәй, һаҡ булырға кәрәк.
Читайте нас