Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 14:00

Икмәккә йөрөү йыраҡ тип... зебра һыҙырға булған

Эй, була бит донъяла ҡыҙыҡ кешеләр!

Эй, була бит донъяла ҡыҙыҡ кешеләр!


Яңы Мәскәүҙә бер ирҙе тотҡандар. Баҡһаң, ул йортонан йыраҡ түгел юл аша йәйәүлеләр үткеле – зебра һыҙып маташҡан икән. Эйе-эйе, аҡ буяу һәм щетка алған да...эшкә тотонған.


Сәбәбе: ҡаршылағы магазин юл аша урынлашҡан, ә светофорға барып еткәнсе байтаҡ атларға кәрәк, имеш. Шуға ир оҙаҡ уйлап тормаған, туранан-тура юл һалырға булған. Ошо шөғөл ваҡытында уны полицейскийҙар тотҡан да инде. “Кешеләргә яҡшылыҡ эшләйем тигәйнем”, – тип аҡланған “рәссам”.


“Был урында автомобилдәрҙең тиҙлеген яйлаусы билдә юҡ. Кешеләр аңын-тоңон төшөнмәйенсә, үткел аша барғанда, уларҙы машина бәрҙереп китеүе ихтимал”, – ти ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер иргә тура юл урынына административ яуаплылыҡ янай, суд юлын тапап байтаҡ ваҡыты үтәсәк.


Фото: ss.metronews.ru
Читайте нас