Был хәл Американың Мидлтаун ҡалаһында була. Балалар магазинына балалары менән өс ҡатын килеп инә. Видеокамеранан күренеүенсә, берәүһе 19 мең һумлыҡ коляска эргәһенә килеп, уны йәһәт кенә йыя ла, һыпыртыу яғын ҡарай. Аҙаҡ бер нисә минуттан һуң уғрыларҙың икенсеһе магазинға йәнә инә. Баҡһаң, улар бер баланы магазинда онотоп ҡалдырғандар.