Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 10:38

Рәсәй резина түгел...

Тәфтишселәрҙең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында енәйәт эше асыҡланған, етмәһә, ғәйепләнеүсе полиция хеҙмәткәрҙәренең береһен законһыҙ рәүештә наркотик һатып алыу һәм һаҡлауҙа ла ғәйепләйҙәр.

Фото:e1.ru
Фото:e1.ru

Мәскәү ҡалаһынан ике полиция хеҙмәткәре 64 мең мигрантты законһыҙ рәүештә теркәүҙә ғәйепләнә.
"Ярҙамсыл" хоҡуҡ һаҡсыларының "ҡунаҡтар"ҙы, әлбиттә, бушҡа теркәмәгәне көн кеүек асыҡ, улар ошондай юл менән 44 миллион һум аҡса "һуҡҡан". Сит ил кешеләре Яңы Мәскәү биләмәһендә законһыҙ рәүештә миграцион иҫәпкә торғандар.

Тәфтишселәрҙең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында енәйәт эше асыҡланған, етмәһә, ғәйепләнеүсе полиция хеҙмәткәрҙәренең береһен законһыҙ рәүештә наркотик һатып алыу һәм һаҡлауҙа ла ғәйепләйҙәр.
Сит ил граждандарын законһыҙ рәүештә миграция хеҙмәтендә теркәүҙә ике полиция хеҙмәткәренән тыш тағы ла алты кешене ғәйепләйҙәр, уларҙың был дәүләт хеҙмәтендә эшләмәүе лә асыҡланған. Был кампанияны енәйәт төркөмө ойоштороуҙа ғына түгел, ә уның эшмәкәрлегендә ҡатнашыуҙарын да асыҡлағандар. Бынан тыш улар күп күләмдә ришәүәт алыуҙа, законһыҙ рәүештә наркотик һаҡлауҙа ғәйепләнә. Тағы ла хоҡуҡ һаҡсыларының береһенең 58 йәшлек туғанының да енәйәт төркөмөндә булыуы билдәләнгән.

Читайте нас: