Баш ҡала урамдарында техника көндән-көн арта. Еңел автомобилдәр араһында тракторҙар, юл һалыусы махсус техника һәм башҡа ауыр машиналар ҙа күп бит әле. Улар ҙа мыжғып торған мегаполиста бер ни тиклем хәүеф уята кеүек. Уларҙың торошо, төҙөклөгө, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәүен кем тикшерә? Ошо һорауҙар менән Өфө “Гостехнадзор” инспекцияһының бүлек начальнигы урынбаҫары Иршат Маһазовҡа мөрәжәғәт иттек.
Иршат Нәзип улы белдереүенсә, уларҙың ойошмаһы трактор, экскаватор, бульдозер, тейәгес, кран, каток, асфальт һалыусы машиналар, ҡаргиҙәр һәм квадроциклдар кеүек техникаларҙы тикшереү менән шөғөлләнә. Улар транспорттың был төрҙәрен иҫәпкә ҡуя һәм төшөрә, идара итеү хоҡуғын биргән танытмалар бирә һәм уларҙы оҙайта, тракторсы-машинист танытмаһын алыу өсөн имтихандар ҡабул итә. Шулай уҡ уларҙың техник хәлен, төҙөклөгөн тикшереп торалар, гарантиялы техника боҙолһа, был хәлде тикшереү комиссияһы эшендә ҡатнашалар.
– Төрлө хәүефһеҙлек сараларын даими үткәреп торорға тырышабыҙ. Йыл һайын ҙур ғына 6-8 сара үтә. Айырыуса махсус операцияларға иғтибар бирәбеҙ. Йәй көнө, ғәҙәттә, “Трактор” айлығы ойошторолһа, ҡышын “Ҡаргиҙәр” махсус операцияһы үткәрәбеҙ. Беҙҙең сараларҙа ЮХХДИ инспекторҙары менән республианың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ла ҡатнаша, – ти Иршат Нәзип улы.
Әле күптән түгел генә “Трактор” айлығы тамамланды. Был осорҙа республиканың ЮХХДИ инспекторҙары, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре менән берлектә 31 рейд үткәрелә. Барлығы 312 техника тикшерелә һәм 100-гә яҡын етешһеҙлек асыҡлана.
Был рейдтарҙа техниканың төҙөклөгө тикшерелә, барлыҡ документар ҡарала, водителдең торошона тиклем иғтибар үҙәгендә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре менән бергә иһә тирә-яҡ бысратылмаймы, һауаға артыҡ зыянлы ҡалдыҡтар ташланмаймы икәнлеген контролдә тоталар.
– Эйе, етди етешһеҙлектәре өсөн штрафтар һалабыҙ. Тик беҙҙең маҡсат күберәк штраф йыйыуҙа түгел. Иң мөһиме – кешеләрҙең хәүефһеҙлеге һәм тәбиғәттең зыян күрмәүе. Ҡала урамдарында төҙөк техника йөрөһөн, барлыҡ ҡағиҙәләр үтәлһен тип тырышабыҙ, – ти Иршат Нәзип улы. – Беҙ етешһеҙлектәрҙе асыҡлап ҡына ҡалмайбыҙ, аҙаҡ уларҙы бөтөрөүҙәрен дә контролгә алабыҙ.
Ошондай даими тикшереүҙәр булып торғанғамы, баш ҡала урамдарында трактор һәм башҡа махсус техника ҡатнашлығындағы ҙур юл-транспорт һәләкәттәре булмай тиерлек. Ни бары ваҡ авариялар ғына теркәлә: тығын йорттар араһында ҙур техника башҡа машиналарҙы әҙерәк сыйып китеүе ихтимал.
Артабан да баш ҡала урамдарында был йәһәттән тыныс булһын.