Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 21:34

Йәнәһе лә, иҫеректәр йырлай...

“И Хәмдүнә, һинме ни был? Әйҙә, беҙгә инеп сәй эсеп сыҡ әле...”

Фото йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Бөгөн Татарстанда дан ҡаҙанған шаҡтай сәнғәт әһелдәре тыумышы менән Башҡортостандан.
Халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиева ла Борай районында тыуып үҫкән. Уның йыр сәнғәтенә килгән юлы нисек булған?
Был йәһәттән яҡташыбыҙ: “Йырсы булыу тормошта ныҡлы рухлы булырға ярҙам итте, – тип хәтирәләргә бирелгән. – Ни өсөн тигәндә, йырсы булараҡ мин күп михнәт, ауырлыҡтар кисерҙем. Эшләй башлаған йылдарымда ижад юлынан күтәрелеү бик ауыр булды. Минең нисек йырлағанды белгәс, халыҡ ҡабул иткәнде күргәс, көнләшеүселәр ҙә барлыҡҡа килде. “Йома” йырын башҡарғас, мине таҡмаҡ йырсыһы тип радионан үткәрмәнеләр, иҫеректәр йырлай торған йыр тип көлдөләр.
Йәш ваҡыттағы михнәттәрем олоғайған көндә еңеллек килтерҙе, мине, иң мөһиме, халыҡ үҙенеке итеп ҡабул итте. Ҡайһы ауылға барһам да: “И, Хәмдүнә, һинме ни был? Әйҙә, беҙгә инеп сәй эсеп сыҡ әле”, – тип ҡыҫтайҙар, яҡын кешеләре, туғандары кеүек ҡабул иттеләр... Йәшлек михнәттәрем өсөн миңә Аллаһ Тәғәләм "Халыҡ мөхәббәте" тигән оло бүләк ебәрҙе".
Беҙ ҙә Хәмдүнә апайҙы яратып тыңлайбыҙ һәм уға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.
Читайте нас: