Ошо көндәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров “Салауат Юлаев” хоккей клубы күнекмәләрендә булды, хоккейсылар менән аралашты, Континенталь хоккей лигаһының сентябрҙә башланасаҡ яңы миҙгелендә уңыштар теләне.
– Һеҙгә бөтә Башҡортостан халҡы исеменән уҙған миҙгел, беҙгә һоҡланғыс уйын бүләк иткән өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт әйтергә теләйем, – тине Радий Хәбиров. – Яңы миҙгелдә көйәрмәндәрегеҙҙе шатландырып, иң яҡшы сифаттарығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, тип ышанам. Беҙ иһә һеҙҙең өсөн янып-көйөрбөҙ, яҡшы уйын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләрбеҙ. Еңеүҙәргә өмөт итәбеҙ. Үткән миҙгелдәге кеүек алышһағыҙ, барыһыла уң булыр. Уңыштар, һаулыҡ һәм яҡшы уйын һеҙгә!
Хоккейсылар төбәк етәксеһенә теләктәре өсөн рәхмәт әйтте, ә команда капитаны Григорий Панин уға уйынсыларҙың һәм тренерҙарҙың исемдәре яҙылған иҫтәлекле плакетка тапшырҙы. Радий Хәбиров боҙ аренаһының яңыртылған фойеһын ҡарап сыҡты.
Мәғлүм булыуынса, яңы миҙгелдә тәүге матчты өфөләр 3 сентябрҙә Ҡытайҙың “Куньлунь Ред Стар” клубы менән ситтә уйнаясаҡ. Ә үҙебеҙҙең боҙҙа тәүге уйын 12 сентябрҙә була. “Салауат Юлаев” Екатеринбургтың “Автомобилис”ы менән көс һынашасаҡ.