Өфө ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы ветеран Александр Воронцовты кома хәленә еткергәнсе туҡмаған ғәйепләнеүсене асыҡлап, енәйәт эше асҡан.
Ветеран 2004 йылда Беслан ҡалаһының 1-се мәктәбен террорсыларҙан азат итеүҙә ҡатнаша, үҙ ҡулдары менән яраланған уҡыусыларҙы белем усағынан алып сыға. Хәрби хеҙмәттән һуң батыр егет тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Йәй көнө Дим районында балалар уйнаған майҙансыҡҡа яҡын ерҙә, тар ғына юлда мотоциклында шәп тиҙлектә үтеп барыусы егеткә шелтә белдерә. Ә теге егет ныҡ үпкәсел булып сыға, ветерандың кәрәген бирергә тип иптәштәрен ярҙамға саҡыра. Теге ҡәбәхәттәр бита һәм таяҡтар менән ҡоралланып, ветеранды ныҡ итеп туҡмайҙар. Шаһиттар аяныслы хәлде күреп, медиктарҙы саҡыралар, зыян күреүсене тиҙ генә дауаханаға оҙаталар. Тик ветеран егет комаға китә. Табиптар ауыр операция яһарға мәжбүр була -пациенттың баш һөйәгенең яртыһын ҡырҡып ташлайҙар. Зыян күреүсе ир команан сыға, әммә ярты кәүҙәһе хәрәкәтләнеүҙән туҡтай.
Полиция хеҙмәткәрҙәре был ваҡиға буйынса енәйәт эше асҡан, ғәйепләнеүсеһе билдәле, тик ҡәбәхәт һаман булһа иректә.
Александрға һаман булһа оҙайлы һәм ҡиммәт реабилитация талап ителә, уға мәрхәмәтлек фондынан, ветерандың яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙән ярҙам кәрәк. Хәрби хәрәкәттәр ветераны аяғына баҫып, 1 сентябрҙә Беслан ҡалаһына барырға хыяллана. Әйткәндәй, ул йыл һайын Бесландағы белем усағына барған булған икән. Ярҙам итәйек ветеранға, һуғыштан тере ҡайтып, тыныс тормошта ҡәбәхәттәр ҡулынан ҡазаланған батырға.