Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2019, 01:16

Алимент аҡсаһын приютҡа биргән

"20 мең һум хайуандар өсөн йәл түгел", - ти ул.

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Мәктәптә уҡыусы ҡыҙ бала атаһының алимент буйынса йыйылған бурысын көс-хәл менән алғандан һуң, уйлап та тормаҫтан, Костромалағы йорт хайуандары приютына илтеп бирә.
15 йәшлек Виктория “Изге ҡулдар” приютында ирекмән икән. 20 мең һум хайуандар өсөн йәл түгел, тип иҫәпләй ҡыҙ. Быға тиклем дә ул әсәһе менән приютҡа даими аҡса күсереп торған. Атаһының алименты ла шунда китеп “батҡан”.
“Хайуандарҙы ныҡ яратам, артабан да ярҙам итәсәкмен”, – ти Виктория.
Читайте нас: