Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2019, 17:08

Банкомат ниңә ялғанды ҡабул итә?

Банкомат ниңә ялғанды ҡабул итә?

Фото:2myfamily.ru
Фото:2myfamily.ru
Рәсәйҙә банкоматтарҙың иҫке моделдәре банк мәҙәге тип йөрөтөлгән купюраларҙы ҡабул итеүе билдәле. Эксперттарҙың мәғлүмәттәре буйынса, уйынсыҡ купюраларҙы бары NCR компанияһы етештергән ҡорамалдар ярҙамында ғына ҡулланырға мөмкин булған.
Бындай һөжүмдән дүрт кредит-аҡса учреждениеһы зыян күргән. Рәсәйҙә етештереүсенең ҡырҡ меңдән ашыу ҡорамалы бар. Эксперттарҙың әйтеүенсә, ғәйеп - купюраларҙы таныу өсөн яуаплы программаларҙы тәьмин итеү ҡорамалдарында (валидаторҙар). Проблема - иҫке моделдәрҙе файҙаланыуҙа. Мәсьәләне хәл итеү өсөн валидаторҙарҙы яңыртыу талап ителә.
Читайте нас: