Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2019, 15:00

Бет баҫа!

Уҡыу йылы тик тантананан, ҡыуаныстарҙан ғына башлана тиһегеҙме?

Уҡыу йылы тик тантананан, ҡыуаныстарҙан ғына башлана тиһегеҙме?


Белгестәр хәбәр итеүенсә, ғәҙәттә, уҡыу йылы башында педикулез (бетләү) менән сирләүселәр һаны арта. Был хаҡта республиканың Роспотребнадзор хеҙмәте хәбәр итә.


Йыл һайын Башҡортостанда педикулез менән сирләүҙең 500 – 1000 рәсми осрағы теркәлә. Ғәҙәттә, 7 йәштән 14 йәшкәсә балалар сирләй.

Ағымдағы йылдың ғинуар – июлендә ошондай 198 осраҡ теркәлгән, шул иҫәптән 14 йәшкә тиклемге 123 балала. Былтыр ошо уҡ ваҡытта күрһәткес 235-кә тиң булған.


Бет – кеше тиреһендә йәшәүсе паразит, уның ҡаны менән туҡлана.


Фото: ngradlpu.ru
Читайте нас: